112-се Башҡорт атлы дивизияһы музейы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Луганск халыҡ республикаһының Петровск ҡалаһында Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәпкә гуманитар ярҙам оҙатты. Ул республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылды. 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы музейы мөдире Илүзә Ишбулат ҡыҙы әйтеүенсә, был акция Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Шайморатов генерал һәм башҡорт дивизияһының йөҙләгән яугиры ошо Петровск ҡалаһында ерләнгән. Был акцияла республиканың район-ҡалаларынан тыш Дим биҫтәһе мәктәптәре лә әүҙем ҡатнашҡан.
Гуманитар ярҙам
Тулыраҡ: Гуманитар ярҙам