Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүгә компенсация был айҙа ҡайтарыла башлай

Тулыраҡ: Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүгә компенсация был айҙа ҡайтарыла башлай

Дәүләт ярҙамын һәр төбәк үҙенсә билдәләй. Республикала 70 йәштән ололар түләүҙең 50 процентын, 80 йәштән үткәндәр 100 процентын кире ҡайтара ала. Тик башҡа төр компенсация алғандарға ул түләнмәй. Шунлыҡтан бик күп аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа. Клара Хәйруллина капиталь ремонт өсөн түләүгә компенсация алырға хоҡуғы барлығы хаҡында социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә генә белеп ҡала. Бында пенсионерға льгота тураһында ентекле мәғлүмәт биреп шунда уҡ уны юллап та ҡуялар. Хәйер бының өсөн артыҡ документ йыйып йөрөргә тура килмәй. Бөтә белешмәләрҙе ведомстволарҙан социаль үҙәк үҙе һоратып ала. Тик был ярҙамды барыһы ла ала алмай. Коммуналь түләүҙәр өсөн компенсация алыусыларға был төр ярҙам ҡаралмаған. Сөнки, бер юлы ике төр льгота менән файҙаланып булмай. Был осраҡта иһә пенсионерҙарға ҡайһы ярҙамды алырға, ә ҡайыһынан баш тартырға һайларға тура килә. Башҡортостанда 70 йәштән ололар һаны 192 меңдән ашыу. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шуларҙың ни бары 4-тән 1 өлөшө генә капиталь ремонт өсөн түләүгә компенсация алырға хоҡуҡлы. Сөнки 141 мең пенсионер башҡа төр коммуналь түләүҙәр өсөн дәүләт ярҙамын ала. Көндәр йылыныу менән меңдән ашыу объектта капиталь ремонт эштәре башлана. Быйыл 170 мең кеше йәшәгән йорт төҙөкләндереләсәк. Белешмәләр өсөн бер нисә берҙәм телефон булдырылған. Өфөлә йәшәүселәр 242-66-94, Республиканың башҡа район ҡалаларынан 282-40-35, 282-07-19 һандарына шылтыратып барлыҡ һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре уны юллау, кәрәкле документтар буйынса белешмә бирә. Апрель айының квитанцияһында ла капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе ҡайтарыуға бәйле бөтә мәғлүмәт буласаҡ. Компенсация күләме төбәк билдәләгән нормативтар буйынса һәр кешегә тейешле торлаҡ майҙанына ҡарап түләнә. Мәҫәлән, Башҡортостанда яңғыҙ йәшәгәндәр өсөн 33 квадрат метр, ике кеше йәшәгән осраҡта һәр кеше иҫәбенә 21, ә өс кешегә 18-әр квадрат метр тәшкил итә. Йәғни компенсация ла ошо квадраттар өсөн түләнгән сумманан артамаясаҡ.