Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә

Тулыраҡ: Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә

Бөгөндән исемлеккә сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, китапханалар, шәхси музейҙар, күргәҙмә, концерт залдары, “Орлан” поезы һәм ҡала-ара автобус маршруттары өҫтәлә. Сикләүҙәр индерелгән ойошмаларға эләгер өсөн вакцинация үтеү тураһындағы сертификат, йә үткән ярты йылда ковид менән сирләү тураһындағы документ күрһәтергә кәрәк. Прививка яһатырға ярамау тураһындағы медицина белешмәһе буйынса үтеү рөхсәт ителмәйәсәк. Сикләүҙәр вакцинация буйынса күрһәткестәрҙең кәмеүе менән бәйле, тип белдерҙеләр һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Сирлеләр һаны көндән-көн арта, ә прививка яһатыусылар һаны киреһенсә. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн тотош халыҡтың 80 проценты вакцинация үтергә тейеш. Төбәктә индерелгән яңы сикләүҙәр ҡасанға тиклем булыр тигән һорауға яуап аныҡ. 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музей, театрҙарға һәм күмәк спорт сараларына инеү сикләнгәйне.