Ҡаҙағстан Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге эшен ентекләп өйрәнергә теләй

ЦУР-ҙың яңы бинаһы менән танышырға туғандаш республиканың сауҙа һәм интеграция министры Бәхет Солтанов һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе әкиме Ғәли Искәлиев етәкселегендәге рәсми делегацияны Радий Хәбиров саҡырҙы.

Бинала Республикаға идара итеү үҙәгенән тыш, ковидҡа ҡаршы ситуацион үҙәк, төбәктең үҫеш корпорацияһы һәм стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге урынлашҡан. Ҡунаҡтар ковидҡа ҡаршы ситуацион үҙәктең эше менән дә ҡыҙыҡһынды. Ҡаҙағстан делегацияһы Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы офисында булып инвесторҙарға бизнес алып барыу буйынса күрһәтелгән комплекслы хеҙмәттәр төрө менән танышты. Ҡаҙағстан делегацияһы республикала 2019 йылда ҡоролған яңы структураның эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе һәм был тәжрибәне ентекләп өйрәнеү теләген белдерҙе