Республика көнөндә Мәскәү метроһында Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан үҙенсәлекле поезд йөрөй башланы. “Башҡортостан, алға” тематик поезы пассажирҙарҙы һәм башҡала ҡунаҡтарын республикабыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары, ҡаҙаныштары менән таныштырасаҡ. Мәскәү метрополитены төҙөлөшө Башҡортостан халҡының хеҙмәт ҡаһарманлығы менән тығыҙ бәйләнгән. Ер аҫты юлын төҙөүҙә беҙҙең республиканан 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
“Башҡортостан, алға” поезы юлға сыҡты
Тулыраҡ: “Башҡортостан, алға” поезы юлға сыҡты