Республика көнөнә арналған тантаналы ултырышта сығыш яһап, Радий Хәбиров быуындар күсәгилешлеген һаҡлап Башҡортостан илдең иң көслө, терәк төбәге булып ҡала тип белдерҙе. Ул республиканың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа, Республиканың элекке башлығы Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт белдерҙе. 11 октябрь республикабыҙ өсөн тарихи көн. Бынан 31 йыл элек яңы Башҡортостан барлыҡҡа килә һәм ул Рәсәйҙең ышаныслы нигеҙенә әйләнә. Республика көнө уңайынан ойошторолған тантаналы йыйылышта төбәк башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына тәбрик һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте һәм уңыштар, хәл ителәһе мәсьәләләр менән бүлеште. Башҡортостан башлығы республика үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең бер төркөмөнә дәүләт наградаларын тапшырҙы. 18 кеше орден, миҙалдар, почетлы исемдәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Төп байрамын Башҡортостан ҙур уңыштар менән ҡаршылай. Тотош данъяла ҡатмарлы осор булыүға ҡарамаҫтан, республиканың бөтә тармаҡтары ла үҫеш юлында. Үҙенең иҡдисади, сәйәси һәм социаль ҡеүәте менән башҡа республикаларға өлгө булып тора, тип белдерҙе үҙ сығышында Ҡаҙағстан республикаһы сауҙа һәм интеграция министры Бәхет Солтанов. Республика көнө – ул Башҡортостандың күп миләтле халҡының байрамы. Республикала барлыҡ милләттәр өсөн дә тигеҙ шарттар тыуҙырылған. Халыҡтың именлеген хәстәрләү төп бурыстарҙың береһе. Тап шуның өсөн дә республика көнөн билдәләүгә арналған тантаналы йыйылышта төп иғтибар барлыҡ санитар талаптарҙы үтәүгә йүнәлтелде. Йыйылышта ҡатнашыусылар араһында төп талап — прививка яһатыуҙы дәлилләүсе сертификаттың булыуы. Халыҡтың күпләп йыйылыуын кисектереү өсөн был юлы тантаналы салют та булманы. Был көн Башҡортостанды үҙ төйәге тип иҫәпләгән һәр кемдең күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Республика көндән-көн үҫешә, матурлана, ҡала-ауылдар төҙөкләндерелә, рухи мираҫ, ғәрәф-ғәҙәттәр һаҡлана, йәштәр өсөн бөтә мөмкинлектәр асыла. Ә иң мөһиме, республиканың татыу һәм берҙәм йәшәгән халҡы яҡты киләсәккә ҡарай ышанышлы аҙымдар менән атлай
Тарихи көн
Тулыраҡ: Тарихи көн