Ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәмәү Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында йәки Ғәҙәттән тыш хәл хәүефе шарттарында тәртип боҙоу тип һанала. Был осраҡта тәртип боҙоусыларға шелтә яһала йәиһә административ штраф һалына. Граждандарға 1-ҙән 30 мең һумға тиклем, яуаплыларға 30-50 мең һумға тиклем. Юридик шәхес тип теркәлмәгән эшҡыуарҙарға 30-50 мең, юридик шәхестәргә 100-ҙән 300 мең һумға тиклем штраф һалыныуы мөмкин.
Башҡортостан башлығының дәүләт-хоҡуҡи идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәйҙәров инеү-үткәреү тәртибен ойоштороуҙы ойошмалар үҙ ҡарамағына ала, ҡағиҙәләр үтәлешен тикшереү менән иһә Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы һәм республика власы органдары рейдтары шөғөлләнә, тип белдерҙе.
Хәбәр ителеүенсә, Башҡортостанда 12 октябрҙән коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү маҡсатында сикләүҙәр индерелде.