Бөгөндән Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ изоляция режимы ғәмәлгә инә. Был турала Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Быға тиклем дауаханаларҙың баш табиптары өлкән йәшәтәгеләр өсөн үҙ изоляция режимы индереүҙе һорап республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәйне. “Йәшел Башҡортостан” өсөн “икеле”. Республика башлығы төбәкте йәшелләндереү йөкләмәһе үтәлешен насар билдәгә баһаланы. Шелтә йәнә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарған Алан Марзаевҡа төштө. Акция ултыртылған ағасты һанау түгел, ә ҡала урамдарына йәм биреүҙән ғибәрәт. Был йәһәттән Радий Хәбиров Нефтекаманың иҫтәлекле аллеяһын миҫалға килтерә. “Йәшел Башҡортостан”дың маҡсаты ҡала үҙәктәрендә ҡарт ағастар урынына яңыларын ултыртыу, йорт ихаталарын, ташландыҡ ерҙәрҙе йәшелләндереү һәм дәүләт урман фондын байытыу, тип килешелгән.Алан Марзаев быйыл көҙгө акция барышында 48 мең кеше ҡатнашып 8 мең ярым эре ағас, 69 мең йәш үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртҡан, тип белдерҙе. Яҙ көнө “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә. Кәмселектәр иҫәпкә алыныр, тигән өмөт менән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡышҡа әҙерлек эшенә йомғаҡ яһаны. Александр Булушев трассаларҙа эшселәр һәм водителдәр өсөн йылыныу нөктәләре, юл хеҙмәтләндереү техникаһы әҙер, тайғаҡта файҙаланыр ҡом-тоҙ ҡатнашмалары 74, реагенттар 81 процентта тупланған, тип белдерҙе. Юлдағы хәлдәрҙе күҙәтеү, һауа торошо киҫкенләшкәндә мәғлүмәт биреү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында тәүлек әйләнәһенә эшләгән ситуацион үҙәк ойошторолған. Республика башлығы хеҙмәттәрҙән көнэлгәре саралар талап итә. Коронавирус инфекцияһы ла төбәктә үтә ҡатмарлы шарттар ҡуйҙы. Радий Хәбиров бөгөндән республикала 65 йәштән өлкәндәрҙең прививка ҡаҙатмағандары өсөн мотлаҡ үҙизоляция иғлан итте. Был төркөмгә хроник сирлеләр ҙә инә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 12 октябрь иртәһенә Башҡортостанда сир йоҡторғандар һаны 73 мең ярымдан артҡан, тәүлек эсендә 633 кешелә коронавирус табылған. Үлем осраҡтары көн дә арта. Вице-Премьер Максим Забелин сирлеләрҙең 10 проценты балалар, 5 проценты 18 йәштән 25 йәшкә тиклемгеләр, 41 проценты 26-51 йәшлектәр, 20 проценты — 60 йәшкә тиклемгеләр, 19 ярым проценты 60 йәштән өлкәндәр, тип билдәләне. Стационарға 1095 сирле һалынған, алты мең ярым сирле табип кәңәштәрен үтәп өйҙә дауалана. Төбәктә 8 меңдән ашыу инфекцион койка иҫәпләнә. Урындарҙың бары 10 проценты буш. Йоғошло сир таралыуҙы туҡтатыр өсөн төбәктә бер нисә этапта сикләүҙәр индерелде. Республика башлығы контроль идаралығына уларҙың үтәлешен күҙәтергә ҡушты. Сараларҙың һөҙөмтәле икәнен вакцинация темпының артыуы раҫлай. Төбәк бөгөнгә илдә етештерелгән вакцинаның 1 891 848 миҡдарын алған. 12 октябргә прививканың ике компонентын да ҡаҙатҡандар һаны 1 226 813 кеше.
Өлкәндәр өсөн үҙ изоляция режимы ғәмәлгә инде
Тулыраҡ: Өлкәндәр өсөн үҙ изоляция режимы ғәмәлгә инде