Дим районы дауаханаһының уңыш сере нимәлә?

Тулыраҡ: Дим районы дауаханаһының уңыш сере нимәлә?

Баш ҡаланың Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы илдең иң алдынғылары рәтендә. «Первые лица» Бөтә Рәсәй премияһын беҙҙең табиптарға Мәскәүҙә Перинаталь медицина белгестәренең Рәсәй ассоциацияһы XVI конгресында тапшырҙылар. Дим районы ҡала клиник дауаханаһы 2020 йылдың апреленән коронавирус йоҡторған ауырлы ҡатындарҙы ҡабул итә. ПЦР тестары ыңғай буласаҡ әсәләрҙе дауаханаға бөтә республиканан тиерлек алып киләләр. COVID 19 яралғыға йоғонтоһоҙ үтмәй, ти табиптар. Һуңғы ваҡытта тыуасаҡ сабыйҙарҙың әсә ҡарынында үлеү осраҡтары йышайған. Яңы тыуған бәпәйҙәрҙең коронавирус менән зарарлы булыуы ла йыш күренеш. Дауаханала акушер-гинекологтар менән бер рәттән реаниматологтар, неонатологтар һәм башҡа белгестәр көсөргәнешле эшләүен, һәр ғүмер өсөн көрәшеүен дауам итә. Үлем осраҡтары йышайған. Хәл киҫкен һәм борсоулы. Табиптар ауырға ҡалырға йыйынған ҡатындарға прививка эшләтергә, тикшеренеүҙәр үтергә, ә буласаҡ әсәләргә һаҡланыу сараларын инҡар итмәҫкә кәңәш бирә.