Үҙенсәлекле рекорд

Тулыраҡ: Үҙенсәлекле рекорд

Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Уңайлы мөхит” программаһына телевизион эфирҙарҙа сурдотәржемә күләмен арттырырыу бурысы өҫтәлә. Был йәһәттән, “Башҡортостан 24” каналында иһә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы кәңәшмәләрҙе, мөһим сәйәси сараларҙы яҡтыртҡан хәбәрҙәр тапшырыуын ым-ишара теленә тәржемә менән ҡарарға мөмкин. Телеканалда үҙенсәлекле рекорд та ҡуйылғайны. Ирина Илтубаева төбәк башлығының ҙур матбуғат конференцияһын тура эфирҙа 4 сәғәт дауамында һаңғырауҙар өсөн тәржемә итте. Бармаҡтарға һәм телмәр аппаратына күнекмәләр яһауҙан башлана Ирина Илтубаеваның дүшәмбе эш көнө. Уның алдында мөһим бурыс: республика башлығы Радий Хәбировтың оператив кәңәшмәһен тура эфирҙа ым-ишара теленә тәржемә итеү. Студия тәржемәсе өсөн махсус ҡулайлаштырылған. Йәшел төҫтәге таҫма, йәғни хромакей ярҙамында уның артындағы фон үтә күренмәле эшләнелә. Яҡшы ишетелһен өсөн тауыш колонкалары ҡуйылған, һөйләгән кешене күреү ҙә мөһим, шуға кәңәшмәне ҡарарға экран да бар. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың дүшәмбе оператив кәңәшмәһе ғәҙәттә бер сәғәттән дә ашыуыраҡ бара. Тәүге ваҡыттарҙа ауыр ине, ҡулға ҡарағанда, оҙаҡ төҙ тотоп ултырып, арҡа арый ине. Хәҙер инде күнегелде, ти сурдотәржемәсе. Әйткәндәй, тап Ирина Илтубаева үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы. 8 сентябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбировтың 4 сәғәттән ашыуға һуҙылған тура эфирҙағы ҙур матбуғат осрашыуын ым-ишара теленә тәржемә итте. Башҡортостан 24 каналында республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәнән тыш, мөһим социаль-ижтимағи тапшырыуҙар, Өфө хәбәрҙәре программаһы ла сурдотәржемә менән бара.Телевизион эфирҙарҙы насар йәки бөтөнләй ишетмәүселәр өсөн тәржемә итергә Ирина Илтубаева бәләкәй сағынан уҡ өйрәнгән. Ата-әсәһе һаңғырау булғанға ҡыҙ өс йәшендә үк дактиль алфавитты һәм ым-ишара телен өйрәнгән. Кескәйҙән әкиәттәр менән дә ым-ишара телендә танышып үҫкән ҡыҙ, һөнәрем мине үҙе һайланы, ти. Өфө медицина колледжында уҡығанда һаңғырау студенттарға ярҙам иткән Иринаға, бөтөнләйгә унда эшкә ҡалырға тәҡдим иткәндәр. Ил еткәсеһе Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, һәр телеканалда эфир ваҡытының кәм тигәндә лә 5 проценты сурдотәржемәгә бүленергә тейеш, тигән яңы ҡанун ҡабул ителде. Өҫтәүенә, медицина битлектәрен ҡулланыу сәбәпле лә был һөнәр эйәләренә ихтыяж артҡандан-арта ғына. Башҡортостанда профессионал сурдотәржемәселәр 40-лап ҡына иҫәпләнә, ә ишетеү һәләте боҙолған кешеләр 5 мең тирәһе. Норма буйынса йөҙ һаңғырауға бер тәржемәсе тура килергә тейеш. Тотош ил буйынса ошондай хәл күҙәтелә, ым-ишара телен юғары кимәлдә белеүселәр етмәй, уларҙы әҙерләү буйынса эш башланды, тип хәбәр итте Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте. Уның етәксеһе Станислав Иванов әйтеүенсә, ил, төбәк башлыҡтары, министрҙар ҡатнашлығындағы тура эфирҙар сурдотәржемә менән барырға тейеш. Әле был эште Рәсәйҙә бер-нисә компания ғына башҡара. Улар исемлегендә “Башҡортостан 24” телеканалы ла бар.