Мәжбүри вакцинация иғлан ителде

Тулыраҡ: Мәжбүри вакцинация иғлан ителде

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының ҡотороноуы сәбәпле 13 октябрҙән мәжбүри вакцинация индерелә. Талап педагогтар, табиптар, сауҙа хеҙмәткәрҙәре һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшләгәндәр өсөн мотлаҡ. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе.

Баш дәүләт санитар табип эпидемиологик күрһәткестәр буйынса мәжбүри вакцинация тураһында күрһәтмә бирҙе. Уға ярашлы социаль тормошҡа мөнәсәбәте булған һөнәр эйәләре — белем биреү, өҫтәмә белем биреү, дәүләт һәм шәхси медицина учреждениелары, киң мәғәнәлә халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ прививка яһатырға тейеш.

Анна Казак мәжбүри вакцинацияның республикала йәшәгән халыҡтын бер өлөшө прививка эшләтергә теләмәү сәбәпле индерелә, тине. Халыҡтың 60 проценты вакцинацияланһа сир таралыу кимәле түбәнәйер ине.