Прививка яһат та аҡса ал

Тулыраҡ: Прививка яһат та аҡса ал

Мәскәүҙә 65 йәштән өлкәндәр прививка яһатһа 10 мең һум аҡса ала. Вакцина яһатҡан өлкәндәргә бүләк тупланмаһы урынына тиҫтә мең аҡса биреү тураһындағы күрһәтмәгә Мәскәү мэры Сергей Собянин ҡул ҡуйған.

Мәскәү хөкүмәте COVID-19-ға ҡаршы вакцинация программаһында ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында өлкән йәштәге граждандарға компенсация түләргә ҡарар иткән. 12 октябрҙән теләгәндәр бүләк тупланмаһын аҡсаға алмаштыра ала.

Мәскәүҙә 2021 йылдың 23 июненән 31 декабренә тиклемге осорҙа прививканың беренсе компонентын ҡаҙатҡан, аҙаҡ теүәл вакцинация үткән 65 йәш һәм унан да өлкән граждандар әлегә тиклем “Сәләмәтлек тураһында хәстәрлек” тигән тупланма менән бүләкләнә ине.

Акция башынан Мәскәү пенсионерҙарының 240 меңдән ашыуы бүләк алған.

5 октябрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин: “COVID-19-ҙан вакцина яһатҡандарға дәртләндереү саралары белешмә буйынса түгел, ә вакцина һалдырғандан һуң күрһәтелергә тейеш. Шулай уҡ ваҡытында ревакцинация үткәреү зарур”, — тип белдергәйне.

15 сентябрҙә COVID-19-ҙан прививка яһатҡан граждандар араһында иғлан ителгән лотереяның беренсе 500 бүләк отоусыһы асыҡланды. Һәр призер 100 мең аҡса ала, тип билдәләнгәйне. Призды алыр өсөн сайтта теркәлеп аҡса күсерергё “МИР” картаһы иҫәбен күрһәтергә кәрәк.

Лотереяның икенсе өлөшө ҡалған 500 мең рәсәйле өсөн 14 октябрҙә уйнатыла..