Каникул күсерелмәй

Тулыраҡ: Каникул күсерелмәй

Мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулын күсереү тураһындағы мәғлүмәтте Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығы кире ҡаҡты.

Социаль селтәр һәм мессенджерҙарҙа мәктәптәрҙәге эпидемиологик хәл сәбәпле көҙгө каникул ваҡытын күсерәләр тигән ялған һүҙ тарала. Фән һәм мәғариф министрлығы был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килмәүе тураһында иҫкәртә.

Каникул календарь графигына ярашлы йылды сиректәргә бүлеп уҡығандар өсөн 29 октябрҙән 5 ноябргә тиклем билдәләнгән. Триместр тәртибендә уҡығандарҙың көҙгө каникулы 15 ноябрҙән 20-нә тиклем.