Башҡортостанда үткән тәүлектә 662 кеше COVID-19 инфекцияһына ыңғай ПЦР тест алған. Инфекция табылғандарҙың дөйөм иҫәбе 13 октябргә 74 174 кешегә етте.
Дауаханаларҙа 1087 сирле ята, уларҙың 708-е алтмыш йәштән өлкән. 51 пациент ауыр хәлдә, 22 сирле яһалма һулыш аппаратына мохтаж.
6 904 сирле өйөндә дауалана, уларҙың 5 652-һе 60 йәштән өлкән .
Яңы коронавирус инфекцияһы тәүлек эсендә 35 кешенең ғүмерен алды. Мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 1 982, күбеһе 60 йәштән өлкән.
Коронавирустан вакцинаның беренсе компонентын 1 354 619 кеше ҡаҙатҡан. Тулыһынса вакцинацияланғандар һаны — 1 228 785.