Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы коронавирустан мотлаҡ вакцинация үтергә тейешлеләрҙең исемлеген баҫып сығарҙы. Исемлекте һеҙ әле үҙ экрандарығыҙҙа күрәһегеҙ. Был ҡарарҙың тулы йөкмәткеһе менән идаралыҡтың рәсми сәхифәһендә танышырға мөмкин. Яңы коронавирус инфекцияһына бәйле эпидемиологик хәл насар булыу һәм халыҡтың именлегенә ҡурҡыныс янау сәбәпле идаралыҡ ошондай аҙымға барырға мәжбүр. Ҡарарҙа ойошмалар һәм ведомстволар етәкселәренә үҙ коллективтарында вакцинация үткәрергә тәҡдим ителә.
Моталҡ вакцинация
Тулыраҡ: Моталҡ вакцинация