Өфөлә коронавирус инфекцияһына бәйле хәл борсолоу тыуҙыра

Тулыраҡ: Өфөлә коронавирус инфекцияһына бәйле хәл борсолоу тыуҙыра

Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Дауаханаларға сирҙе ауыр кисергән өлкән йәштәгеләрҙең күпләп мөрәжәғәт итеүе сәбәпле, республикала 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция режимы индерелде. Өфөлә сикләүҙәр индерелгән 101 объект бар, уларҙың 43-ө ҙур сауҙа үҙәктәре. Бер көндә 80 предприятиела тикшереү үткәрелгән. Ойошма етәкселәре сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итә. Республика көнө уңайынан башҡалала бер нисә яңы объект сафҡа индерелде. Улар араһында Һупайлы биҫтәһендәге 61-се балалар баҡсаһының 2-се корпусы. Социаль объект 230 бала өсөн үҙ ишектәрен асты.Шулай уҡ 99-сы мәктәп янында күп функциялы спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды.Был аҙнала тағы бер мөһим ваҡиға – Халыҡ иҫәбен алыу башланырға тейеш.Ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, 15-нән 17-һенә тиклем иҫәп алыусыларҙы уҡытыу ҡаралған.