Эш хаҡының күп өлөшө йылылыҡ өсөн

Тулыраҡ: Эш хаҡының күп өлөшө йылылыҡ өсөн

Боронғо йорттарҙа йылылыҡты иҫәпләү ҡоролмалары юҡ. Өфөнөң Ҡулса урамындағы бер йортта йәшәүселәр сентябрь квитанцияларын алып шаҡ ҡатҡан. Өфөнөң Ҡулса урамындағы 64-се йортта йәшәүселәр йылылыҡ өсөн юғары хаҡтарға зарлана. Сентябрь квитанцияларын күреп тамам аптырауға төштөк, ти улар. Түләүҙәр 6-7 меңгә еткән, ғәмәлдә йортҡа йылы ла бирелеп өлгөрмәгән. Мәсьәлә 2019 йылдан бирле килә, ти урындағы халыҡ. Йылытыу миҙгеле башланыу менән тиҫтәләгән йорт хужаларына ҙур суммалы түләүҙәр килә. Сәбәбе лә билдәле. Баҡһаң, бындай йорттарҙа иҫәп ҡоролмалары юҡ, Уларҙы хәҙер иҫке йорттарға ҡуймайҙар , тәртибе шул. Ә йорт, ысынлап та, емерек хәлендә. Бина мәҙәни мираҫ объекты тип танылғас, ни өсөн уға тейешле иғтибар юҡ, тип борсола халыҡ. Йорт 1956 йылда төҙөлгән. Әлеге көнгә тиклем ул бер ҡасан да капиталь ремонт күрмәгән. Идара итеүсе ойошма, хакимиәт һәм прокуратураға хаттар яҙып арыныҡ, һөҙөмтәһе юҡ, ти йортта йәшәүсе пенсионерҙар. Фатирҙарын улар һата ла алмай, үҙҙәре йәшәү өсөн дә бер ниндәй шарттар юҡ. Ириада Сергей ҡыҙының түбәһендә,мәҫәлән, ысын мәғәнәһендә бәшмәк үҫә. Ҡара үңәҙ бәшмәктәре һәр фатирҙа тиерлек. Был йылытыу системаһының насар эшләүендә, ти фатиры өсөн коммуналь түләүҙәре 13 меңгә еткән Анна Фәтхетдинова. Йорт хужалары йылытылмаған көндәр өсөн түләнгән аҡсаларын кире ҡайтарырға теләй. БашРТС ойошмаһы законға таянып үҙ аңлатмаһын бирә. Хәкимиәттә әйтеүҙәренсә, законға ярашлы БашРТС ойошмаһы йылыны йорт сигенә тиклем еткереү өсөн бурыслы. Йылылыҡ сентябрҙә үк бирелде. Ҡалғаны өсөн идарасы ойошма яуап бирә. Йортто үҙ ҡарамағына алған кампания вәкилдәрен иһә был йорт хужалары күргәндәре лә юҡ. Был мәсьәләнең бер генә хәл итеү юлы бар. Ул да булһа, иҫәпләү ҡоролмаларын ҡуйыу. Иҫке йорттарға улар ҡуйылмай. Нимә эшләргә һуң? Мәсьәлә асыҡ ҡала.