4 ноябргә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһы ил халҡына “Дан һиңә, Ватаным” тип аталған телемарафон әҙерләй. Унда Калининградтан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә ҡатнаша. Һәр телерадиокомпания журналистары үҙ төбәгенең тарихы менән уртаҡлаша. "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы “Төньяҡ амурҙары” исеме аҫтында махсус репортаж төшөрә. Смотрим.ру платформаһында 16 сәғәт барасаҡ телемарафондың 10 минутында республиканың тәжрибәле журналистары Рөстәм Ғәббәсов һәм Элла Курильская 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға әҙерләнә. Һыбайлыларҙың үткән юлы репортажда бер нисә өлөштә күрһәтелә. Башҡорт атлыларына Башҡортостанда, Европала ҡуйылған һәйкәлдәр, иҫтәлекле урындар, музей экспонаттары, йәнһүрәттәр, Төньяҡ амурҙарының оҫталығын, йолаларын, тарихын һаҡлаусы Мәргән уҡсылар һәм тарихсылар уны байыта һәм телевизор ҡараусыларҙы Уралдан алып Праижға тиклемге тарихи юл буйлап сәйәхәткә алып китә.
Дан һиңә, Ватаным
Тулыраҡ: Дан һиңә, Ватаным