Ағас эше

Тулыраҡ: Ағас эше

Өфөлә йәшәүсе дизайнер Светлана Першанина ағастан төрлө һындар эшләү менән мауыға. Ижади эштәре менән ул күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙ ни өсөн ағас эшен һайлаған? Аҡ сәскә тотоп торған ҡыҙ һынын Светлана Першанина ярты йыл тирәһе эшләгән. Тәүге ижади эше менән ул Өфөлә үткән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Светлана ағас менән алты йыл элек ҡыҙыҡһына башлай. Ошо арауыҡта уҡып сыға, тәжрибә туплай. Әлбиттә, иң тәүге эш –ҡыҙ һынында етешһеҙлектәр бар, ти ул.Светлана Першанина һөнәре буйынса дизайнер. Уның ғаиләһендә бер кем дә был ағас кәсеп менән мауыҡмаған. Күпселек осраҡта ул ҡарағай, йүкә ағастарын ҡуллана. Кеше башы, Ҡыш бабай, ҡул, күбәләк һындары. Һәр бер фигураны эшләр өсөн күп ваҡыт һәм материал сарыф ителә. Сираттағы эш-кеше кәүҙәһе һыны. Оҫта буласаҡ фигураларҙы интернеттан ҡарап эшләй, кәрәк саҡта үҙенең идеяһын өҫтәй. Ағасҡа күмер менән һыҙғас, ул махсус ҡоралдар менән уны юнып сыға. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ағас эше менән булышыуын осратып та булмай. Сөнки был эш күп көс талап итә. мин дә хәҙер ҡулыма ошо инструменттарҙы алып бер нисә хәрәкәт эшләп ҡарайым. Әлбиттә, оҫта минең эргәмдә буласаҡ. Ысынлап та, был эш бик ауыр. Мин, мәҫәлән, бындай фигураларҙы бер ҡасан да эшләй алмаҫ инем.Оҫта ҡатын һынын яңыраҡ ҡына эшләй башлаған. Октябрь аҙағына тиклем торс тулыһынса әҙер буласаҡ, ти Светлана. Ағастан тыш, оҫта балсыҡ һәм пластилиндан да төрлө һындар әҙерләй. Шулай ҙа ағас менән эшләүе иң ауыры, әммә иң мауыҡтырғысы, ти ул. Светлана Першанина Өфөнөң Урмансылар паркында түмәрҙән ҡатын-ҡыҙ һыны менән эскәмйә эшләргә теләй. Светлана Першанинаның ағастан эшләнгән егерменән ашыу һыны бар. Был һөнәрен ул йәнә үҫтерергә ниәтләй. Бәлки киләсәктә Урмансылар паркында ла яҡташыбыҙҙың эше урын алыр