Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге ҡарамағында Координация үҙәге яңынан эш башлай.
Үҙизоляция режимындағы 65 йәштән оло һәм хроник сирле кешеләр 8-800-775-0014 телефоны буйынса ғариза ҡалдыра ала.
«Ҡыҙыу линия» буйынса аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, тәү сиратта кәрәк тауарҙар һатып алыу, сүп-сар сығарыу кеүек хеҙмәттәр башҡарыуға ғаризалар ҡабул ителә. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә, уларҙы белгестәр эшкәртә һәм һаҡланған элемтә каналы буйынса биләмәргә ҡараған коммерция булмаған ойошмаларға тапшыра.
Бынан тыш, ололар, хроник сирлеләр, 1 һәм 2 төркөм инвалидтары «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Беҙҙең хәстәр» ирекмәндәр үҙәгенә 8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратып ғариза ҡалдыра ала. Артабан ирекмән һеҙҙең үтенес буйынса кәрәкле магазинға, дарыуханаға инеп тауар килтерә. Чек буйынса уның хаҡын түләргә кәрәк. Ирекмәндәр шулай уҡ өлкәндәрҙе дауахана йәки вакцинация үҙәгенә бушлай алып бара ала. Ғаризалар дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул ителә.
Республикала Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең эшләүе тураһында ла хәтергә төшөрәбеҙ. 8(347)-218-1919 телефоны буйынса шылтыратып дауаланыу, бушлай дарыу алыу, хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ бюллетендәрен эшләтеү кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирустан прививка яһатмаған 65 йәштән оло граждандарға мотлаҡ үҙизоляция режимы тураһында ҡарар ҡабул итте. 13 октябрҙән уларға иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө сәғәт 1-гә тиклем аҙыҡ-түлек магазинына, дарыуханаға, дауаханаға (шул иҫәптән вакцина яһатырға), дачаға, ҡаланан ситтәге йортҡа һәм зыяратҡа барырға ғына рөхсәт ителә.