Иглин районы Шаҡша ауылында йәшәүселәр ҙә ер аҫтында ҡалыуҙан ҡурҡа

Тулыраҡ: Иглин районы Шаҡша ауылында йәшәүселәр ҙә ер аҫтында ҡалыуҙан ҡурҡа

Йырын йорттарға яҡынлаша. Халыҡ уның көндән-көн ҙурайыуына зарлана.

Шаҡша ауылының Камазовск урамында йәшәүселәр өсөн аҙыҡ-түлек алыу өсөн магазинға барыу — ҙур һынау. Бер-нисә метрлыҡ соҡорло юлдарҙы ололар ғына түгел, йәштәр ҙә көскә үтә. Йәш әсәләр иһә сабыйҙарын коляска менән саф һауала йөрөтә алмауҙарына зарлана. Камазовск урамынан еңел машиналар үтә алмай. Ашығыс ярҙам, янғын һүндереү машиналарына ла юл ябыҡ.

Был урамда юлдар 2006-сы йылда уҡ ишелә башлаған. Былтыр көҙ машина менән йөрөрлөк ерҙән, хәҙер атлап та үтерлек түгел. Ер ишелеп торлаҡ йорттарға етеп килә. Сергей Бирюков ҡыш көнө генә гаражына ремонт эшләй, әле иһә хужа бинаның һәм ҡойманың ер аҫтына китеүенә зарлана.

Ер ишелеүе был урамда йәшәгән Игорь Волковка ла ҙур сығымдар килтерә. Ҡыш көнө ҡыҙының автомобиле торған урын уйылып, машина зыян күрә.

Урындағы халыҡ белдереүенсә, ерҙең ишелеүенә ер аҫты һыуҙары сәбәпсе. Урамдарға канализация ҡуйып, соҡорҙарҙы нығытып ауыр хәлдән сығыу юлын табырға мөмкин, ти улар. Тик барыһы ла аҡсаға бәйле. Әлегә иһә хакимиәт авария хәлендәге юлды ипкә килтерергә лә матди яҡтан әҙер түгел.

Килеп тыуған хәлде яйға һалыу өсөн аҡса ҡасан булыры әлегә билдәһеҙ. Ул арала йырын ҙурая бара.