Республикала Ағиҙел һәм Дим йылғалары ярҙарынан сыҡҡан

Тулыраҡ: Республикала Ағиҙел һәм Дим йылғалары ярҙарынан сыҡҡан

Республикала Ағиҙел һәм Дим йылғалары ярҙарынан сыҡҡан. 49 ихата, 20 баҡса участкаһы, 6 юл һыу аҫтында ҡалған.

Ағиҙел йылғаһы 23 см-ға күтәрелеп, бөгөнгә 685 сантиметрға еткән. Ҡариҙелдә һыу кимәле 775 сантиметр, ул 13 см-ға артҡан, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса гидрометеорология һәм тирә яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә тулыһынса һыу аҫтында ҡалған күперҙәр һәм ауылдар юҡ. Павловка, Йомағужа, Нөгөш, Түбәнге Кама һыуһаҡлағыстары тулыланыу режимына күскән, хәүеф юҡ.