Бөгөн квадрокоптер һәм махсус роботты янғын һүндереүселәргә һәм балаларға күрһәттеләр.
Быға тиклем янғын һүндереүселәрҙә бындай осоу апараттары булмаған. Хәҙер иһә ошондай ике квадрокоптер килтерелгән. Улар биләмәләрҙе тикшереүҙә һәм янғын күләмен билдәләүҙә ярҙам итәсәк. Йәғни, квадрокоптерҙар эште еңеләйтеп кенә ҡалмай, ә етеҙерәк ҡарар ҡабул итергә булышлыҡ итә.
Квадрокоптер 500 метр бейеклеккә күтәрелә һәм ике километр алыҫлыҡҡа оса. Секундына ул 5 метр тиҙлектә хәрәкәт итә. Камераһы аша иһә 50 метр алыҫлыҡта ятҡан шырпы ҡабын да күреп була.
вадрокоптер менән бер рәттән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре мобиль янғын һүндереү ҡоролмаһы менән тәьмин ителде. Ул бүлмәләрҙә һәм сәнәғәт объекттарында эшләү өсөн. Әгәр ныҡ эҫе һәм төтөн булһа, тәүҙә роботты индереп ебәрәләр.
Был робот ғәҙәттән тыш хәлдәр урындарын тикшереү һәм янғын усағын асыҡлап, һүндереү өсөн тәғәйенләнгән. Ул 45 градус һыуыҡтан 45 градусҡа тиклем эҫелә эшләй ала. Техника янып китмәһен өсөн үҙ-үҙен һыу менән ҡойондорорға ла һәләтле.
Яңы техника өлгөләре менән балаларҙы ла таныштырҙылар. Дим районында үткән сарала барлыҡ мәктәп уҡыусылары саҡырылды.
Әле белгестәр квадрокоптер һәм янғын һүндереүсе робот менән эшләргә өйрәнә. Тиҙҙән, улар янғын һүндереүҙә һәм башҡа сараларҙа ҡулланыла башлаясаҡ.