18 октябрҙә COVID-19-ға бәйле сикләүҙәрҙең өсөнсө этабы ғәмәлгә инеү менән вакцинация тураһындағы QR-код, сир үткәреү тураһында табип белешмәһе йәки сир асыҡланмауы тураһында ПЦР-тест һөҙөмтәләрен
— матурлыҡ салондары;
— косметик, СПА, массаж салондары;
— солярий, мунса, сауналар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клуб, бассейндар;
— 50-нән дә күберәк кеше ҡабул иткән дөйөм туҡланыу урындары талап итәсәк.
Хәтергә төшөрәбеҙ, ПЦР-тестар 27 октябргә тиклем генә ҡабул ителә.
4 октябрҙән Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театр, китапхана, мәҙәниәт йорттары, кинотеатр һәм күмәк спорт сараларына прививка тураһында сертификат йәиһә КОВИД-19 сирен үткәргән турала белешмәнән башҡа инеү тыйылды.
12 октябрҙән үтеү тыйылған биналар исемлегенә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлде. Сертификат йә белешмәнән башҡа ҡала-ара автобустар һәм «Орлан» поезына билеттар ҙа һатылмай.