Бынан егерме дүрт йыл элек ойошторола башлаған сараға хәҙер Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙың да иғтибары арта. Тик башҡорт сибәрҙәре ярышын, башҡа милләт вәкилдәре үткәргән ил кимәлендәге конкурс тип атарға иртәрәк. Ун алты ҡыҙ араһынан быйыл кем “һылыуҡай” исемен алыр. Беҙҙең киләһе сюжетыбыҙ ошо турала.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Магнитогорск. “Һылыуҡай-2016” конкурсының финал өлөшөнә быйыл, ниһәйәт илдең башҡа субьекттарында йәшәгән башҡорт ҡыҙҙары ла һайлап алынды. Көнө буйына дауам иткән репетициялар, бейеү һәм йыр дәрестәре – былар барыһы шишәмбегә тәғәйенләнгән конкурс талаптары.
Һылыуҡай - гүзәллек ярышы кимәленән күтәрелеп, күптән шоуға әйләнергә тейешле сара. Бында милли мәҙәниәт, халыҡ тәрбиәһе, этикет тигән төшөнсәләр менән маҡтаныу урынһыҙ. Әгәр ҙә ярышты федераль күләмдә үткәреү маҡсаты бар икән, ойоштороусолар был ҡағиҙәнән ситкә тайпылырға тейеш түгел.
Тик бөгөн башҡорт һылыуҡайҙарына федераль кимәлдәге гүзәллек ярыштарында ҡатнашыу өсөн матурлыҡтан бигерәк батырлыҡ та кәрәк. Милли үҙаңдың ҙур сәхнәгә алып сығыу еңелдәрҙән түгел.
Һылыуҡай конкурсы – сығымлы проект. Бер-нисә миллион һум аҡсаны кире ҡайтарыу тәү сиратта бағыусыларға тапшырыла. Ойоштороусолар конкурсҡа республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының иғтибары кәмеүенә лә зарлана. Тик милләте үҫтереү, уның иң матур һәм сағыу йолалары менән башҡа халыҡтарҙы таныштырыу арзан булмауын оноторға ярамай. Конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар ҙа иһә иҡтисади һәм ижтимағи мәсьәләләрҙән йырағыраҡ тора.
Һылыуҡай конкурсының киләсәккә маҡсаттары нимәнән ғибәрәт һуң. Ойоштороусылар уны федераль кимәлгә сығарырға ниәтләй.