Бала ҡараған өсөн пособие күләме арта

Тулыраҡ: Бала ҡараған өсөн пособие күләме арта

Рәсәйҙә 2022 йылдың 1 февраленән беренсе баланы ҡарағанда пособиеның минималь күләме 5,8%-ҡа артып, 7 493 һумға етә, максималь күләме 31 282 һум буласаҡ. Был турала Иҫәп палатаһының «Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының 2022 йылға һәм 2023-2024 йыл план бюджеты тураһында» ҡарарына һылтанма биреп, ТАСС хәбәр итте.

Бөгөнгә пособиеның минималь күләме 7 083 һум, максимумы — 29 600 һум теркәлгән. Документтан күренеүенсә, йәш ярымға тиклем баланы ҡараған өсөн айлыҡ пособиеларға талап ителгән сығымдар 169,5 млрд һумға төшә.

Бынан тыш, 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр түләнгән пособие 5,8%-ҡа индекслана һәм 19 981 һумға етә. Ил буйынса ул 19,8 млрд һум күләменә тиң. Әлеге ваҡытта был пособие 18 886 һум тәшкил итә.