Республикала Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған “Өфөнөң еңеү рекорды” акцияһы киң таралыу ала

Тулыраҡ: Республикала Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған “Өфөнөң еңеү рекорды” акцияһы киң таралыу ала

Башҡортостанға Сахалин һәм Алтайҙан да видояҙмалар килә. Беҙҙең телекомпания ла флешмобта ҡатнашып, Еңеү рекордын яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерҙе.

Тап ошо девиз аҫтында баш ҡалала спорт акцияһы үтә. “Өфөнөң еңеү рекорды” тип аталған флешмоб Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған. Уның сиктәрендә бер ай эсендә ятҡан килеш 1 миллион 120 мең тапҡыр кәүҙәне күтәрергә кәрәк. Был һан Өфөлә йәшәүселәрҙең һаны менән тап килә. Әлегә 300 000 мең йыйылған.

Патриотик сарала студенттар менән бер рәттән өлкән йәштәгеләр ҙә ҡатнаша. Зәбих Вәлирәхмәнов 84 йәшен ҡыуғанда ла физик яҡтан үҙен яҡшы тоя.

Юғары уҡыу йорттары студенттары һәм ректорҙары эстафетаны бер-береһенә тапшырып, кем уҙарҙан көс һынаша. Спорт мәктәптәре, бейеү түңәрәктәре лә көн һайын был һанды тулыландыра. Төрлө һөнәр эйәләре, балалар һәм өлкәндәр, тотош ғаиләләр менән Еңеү рекордын яҡынайтырға ярҙам итә. Өфөлә старт алған акция, баш ҡала буйлап ҡына түгел бөтә республиканы солғап алды.

Спорт – берләштереүсе көскә эйә. Хәҙер Алыҫ Көнсығыш та Башҡортостанға яҡыныраҡ. Алтай һәм Сахалин йәштәре дөйөм суммаға 17 мең ярым өҫтәгән.

Йәштәргә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары үҙҙәре үрнәк күрһәтә. Интернеттағы был видеояҙмала ветеран егеттәрҙе лә уҙҙыра.

Беҙҙең телекомпания ла берҙәмлекте сағылдырған был илһөйәрлек тойғоһон уятҡан акцияны күтәреп сыҡты. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре телеүҙәк алдында физик әҙерлектәрен баһаланы.

Акцияның шарттары ябай: күнекмәне фотоға, йәки видеоға төшөрөп, “бәйләнештә” сайтындағы “Өфөнөң еңеү рекорды” төркөмөнә һалырға кәрәк. Иң үҙенсәлекле яҙма авторҙарына бүләктәр тапшырыласаҡ.

Теләгән һәр кем, ысын мәғәнәһендә ҡул һәм ихтыяр көсөн күрһәтеп, беҙҙең өсөн тыныслыҡ яулаған яугирҙарға ихтирамын белдерә ала. Һәммәбеҙ улар бүләк иткән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, сәләмәт тормош алып барырға бурыслы.