Һыуытып ҡар ятасаҡ

Тулыраҡ: Һыуытып ҡар ятасаҡ

Башҡортостанда был аҙнала ҡапма-ҡаршылыҡлы һауа торошо көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, аҙна уртаһына көндәр һалҡын һауа массаһы йоғонтоһонда ҡала. Урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, республиканың көнсығышында яуым-төшөм көслө булмаясаҡ. Юлдарҙа төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ көтөлә. Айырым таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Һауа температураһы 21 октябргә ҡарата төндә -2...-7 градусҡа тиклем төшә, урыны менән 2 градус йылы, көндөҙ иһә 0...+5 градус.

Аҙна аҙағында республика биләмәһенә йылы фронт күсә. Һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғары буласаҡ.