Өфөлә коронавирустан халыҡтың планға ҡарата 70 проценттан ашыуы вакциналанған. Был хаҡта башҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе.
«Башҡортостанда коронавирустан кешеләрҙең планда ҡаралған күләмдән 50,7 проценты прививка яһатҡан, тотош халыҡ һанының был 32 проценты. 50-процент сиген үттек. Барығыҙҙы ла прививка яһарға саҡырам», — тине ул.
Санитар табип билдәләүенсә, Өфө ҡалаһы блуйынса план күрһәткесенең 70 проценты үтәлгән, йәғни, башҡала халҡының 63 проценты вакциналанған.
«Һыҙаттың 80 процент тәңгәленә күтәрелеүе сәбәпле беҙ әле талап ителгән һанға етмәгәнбеҙ. Башҡала буйынса ла шул уҡ хәл. Ҡайһы бер сәнәғәт преприятиеларында вакцинация кимәле түбән», — тине Галина Пермина.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков вакцинация кимәле түбән сәнәғәт предприятиеларын айырым иғтибарға алырға ҡушты. Ҡайһы бер ойошмаларҙа процент иҫәбе дөйөм ҡала күрһәткестәренән дә кәмерәк.
«Был предприятиеларҙың исемлеген төҙөргә, ошо аҙнала уларға баҫым яһарға кәрәк, уларҙы урап сығырға, Роспотребнадзор вәкилдәре менән бергә һөйләшергә, вакцинация кимәле түбән булыуының сәбәбен асыҡларға кәрәк. Бер предприятиела прививка яһатҡандар 90 процент, икенсеһендә 30 ғына. Был етәкселәрҙең эшләп еткермәүе, тип иҫәпләйем», — тине Өфө мэры.
Вакцина яһатыуҙың COVID-сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып үҫешкән шарттарында, ноябрь аҙағына ул Өфөнөң 80 процентлы вакцинация кимәленә етерен күҙаллай.
18 октябргә Өфөлә 21 956 ковид осрағы теркәлгән, шуларҙың 334-е үткән тәүлектә.