QR-код менән бергә паспорт та күрһәтергә кәрәк

Тулыраҡ: QR-код менән бергә паспорт та күрһәтергә кәрәк

Бынан ары республикала вакциналау тураһында сертификат йәки коронавирус менән ауырыу тураһында белешмә менән сауҙа үҙәге, бөҙрәхана, массаж салоны, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, фитнес-клубы, бассейн кеүек урындарға ингәндә паспорт та күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Был хаҡта яҙған «Подслушано в Башкирии» тelegram-каналы тейешле документ әҙерләнеп, Республика йортона ҡултамға ҡуйырға бирелгән тип хәбәр итә.

Мәғлүм булыуынса, 18 октябрҙә Башҡортостанда COVID-19 сәбәпле сикләүҙәрҙең өсөнсө этабы ғәмәлгә инде.