Юғары әҙерлек тураһындағы указда яңы өҫтәмәләр бар

Тулыраҡ: Юғары әҙерлек тураһындағы указда яңы өҫтәмәләр бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указға өҫтәмәләр индерҙе.

2021 йылдың 25 октябренән 18 йәштән оло граждандар ваҡлап һатыу баҙарҙарына COVID-2019-ға ҡаршы вакциналау тураһында сертификат йәки һуңғы алты айҙа коронавирус менән ауырығанды раҫлаған белешмә күрһәтеп кенә инә ала. Был ауыл хужалығы тауарҙарын һатыусы һәм махсуслашҡан аҙыҡ-түлек баҙарҙарына ҡағылмай.

2021 йылдың 1 декабренән ошо уҡ документтарҙы шифахана-курорт ойошмаларына, профилакторийҙарына, пансионаттарға һәм ял йорттарына барғанда күрһәтеү мотлаҡ буласаҡ. Әлегә тиклем индерелгән сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә ҡала. Сертификат-белешмәләргә ҡушып республикала йәшәүселәр вәкәләтле вазифалы шәхестәр талабы буйынса паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ күрһәтергә тейеш.