Ҡышҡы тәгәрмәс кейергә ваҡыт

Тулыраҡ: Ҡышҡы тәгәрмәс кейергә ваҡыт

Киләһе кесаҙна, 21 октябрҙә Башҡортостанда тәүге ҡар көтөлә. Был хаҡта һауа торошо белгестәре хәбәр итте.

Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса республикала 21 октябрҙә ҡар яуып юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Бөгөн, 20 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыр, тип фаразлана. Ел көнъяҡ-көнбайыштан йүнәлешен үҙгәртеп төнъяҡтан талғын иҫә, ваҡыты менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -1 градусҡа тиклем төштө. Көндөҙ 3-8 градус йылы.

Киләһе тәүлектәрҙә Башҡортостанда көндөң болотло булыуы, урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә. Республиканың көньяҡ-көнсығышында ямғыр яуа, көндөҙ ҡар ҡатыш, кисен юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан төндә секундына 5-10, көндөҙ — 8-13 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә -2,+3, көндөҙ +2,+7 градусҡа етә. Юлдарҙың айырым урындарында 1-2 саҡрым арауыҡта томан.