Коронавирус сәбәпле 18 октябрҙән ғәмәлгә ингән сикләүҙәр нисек үтәлә?

Тулыраҡ: Коронавирус сәбәпле 18 октябрҙән ғәмәлгә ингән сикләүҙәр нисек үтәлә?

Республикала күләмле рейдар үтә. Хәҙер төшкө аш ваҡытында ла яҡындағы кафеға тиҙ генә инеп сығыу мөмкинлеге юҡ. Һәр ваҡыт үҙең менән прививка яһатыу хаҡында белешмә йәки сертификат булырға тейеш, ти егеттәр.Ресторан, матурлыҡ салондары хужалары аҡсалата зыян кисереүҙәрен йәшермәй, шулай ҙа эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйтеү кәрәклеген аңлап ҡабул итә.QR кодтарҙы һаҡсылар махсус ҡоролма ярҙамында тикшерә. 72 сәғәт үтмәгән булһа ПЦР-тестарҙы ла күрһәтеп үтергә мөмкин, тик был ысул ваҡытлыса.Бассейнға барыу өсөн дә хәҙер бер медицина белешмәһе генә етмәй. Вакцинация үтеү тураһында сертификат, йә иһә мәкерле сир менән ауырыу хаҡында белешмә, спорт комлексына барған һайын талап ителә. Яңы сикләүҙәрҙе инҡар иткән ойошмалар ҙа юҡ түгел. Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре рейд ойошторғанда мәлдә ҡағиҙә боҙоусылар ҙа асыҡланды. Республикала 65 йәштән өлкәндәрҙең прививка ҡаҙатмағандары өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы иғлан ителде. Сикләүҙәр СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, 50 урындан ашыу урын булған ресторан-кафеларға ҡағыла.Фитнес-клуб бассейндар килеүселәрҙән QR код талап итә, йә иһә сир үткәреү тураһында табиптан белешмә булырға тейеш... 27-се октябрға тиклем ПЦР-тест менән дә үтергә мөмкин.Коронавирус менән ауырыусыларҙың 10 проценты балалар, 5 проценты 18 йәштән 25 йәшкә тиклемгеләр, 20 проценты – 60 йәшкә тиклемгеләр, 19 ярым проценты 60 йәштән өлкәндәр. Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы коронавирустан мотлаҡ вакцинация үтергә тейешлеләрҙең исемлеген баҫып сығарҙы. Яңы коронавирус инфекцияһына бәйле эпидемиологик хәл насар булыу һәм халыҡтың именлегенә ҡурҡыныс янау сәбәпле идаралыҡ ошондай аҙымға барырға мәжбүр. Ҡарарҙа ойошмалар һәм ведомстволар етәкселәренә үҙ коллективтарында вакцинация үткәрергә тәҡдим ителә.