Сергей Греков CОVID-19-ға ҡаршы етди көрәшергә саҡыра

Тулыраҡ: Сергей Греков CОVID-19-ға ҡаршы етди көрәшергә саҡыра

Үткән аҙнаны ҡала хакимиәте коллективы ҡайғылы юғалтыу менән тамамлағайны. Йома Өфө хакимиәтебашлығы урынбаҫары Гөлнара Вәлиева коронавирус сирен еңә алмай баҡыйлыҡҡа күсте. Был аҙнаның оператив кәңәшмәһен Сергей Греков CОVID-19-ға ҡаршы етди көрәшергә өндәп башланы. Сергей Грековтың яңы урынбаҫары — Рөстәм Ғәлиев. Ул баш ҡаланың иҡтисади хәле өсөн яуаплылыҡты бөгөндән үҙ иңдәренә алды. Тиҙҙән 450 йыллығын билдәләйәсәк ҡала етәкселәре алдында мөһим эштәр тора, иҡтисади яҡтан да уларҙы урынына еткереп башҡарыу зарур.Коронавирусҡа ҡаршы көрәш әүәлгесә ҙур иғтибар талап итә. Әгәр республикала вакцинациялау буйынса планға ингән күләмдең 50,7 проценты үтәлһә, Өфөлә был күрһәткес 80-гә яҡынлаша. Ковидҡа бәйле сикләүҙәрҙең үтәлеше 3 октябрҙән алып контролдә. Әлеге мәлдә ҡала буйлап 200-гә яҡын патруль төркөмө эшләй. Уларға көн һайын 400-ләп кеше йәлеп ителә. Көнөнә меңләп ойошма тикшерелә.Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын төҙөкләндереү планы ваҡытында үтәлде. Әлеге төбәк операторҙары хеҙмәткәрҙәре етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләй.2019 йылдан алып барыһы