Халыҡ иҫәбен алыу бара

Тулыраҡ: Халыҡ иҫәбен алыу бара

Ун йылға бер үтергә тейешле иҫәп алыу кампанияһы быйыл тәүге тапҡыр һанлы форматта үтә. 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем Рәсәй халҡы үҙенә уңайлы 3 ысул менән иҫәп алыу ҡағыҙындағы 33 һорауға яуап бирергә хоҡуҡлы. Кушнаренко районында 15-се октябҙән 17-һенә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдынан иҫәп алыусылар өс көн дауамында махсус уҡыу үтте. Һәр иҫәп алыусыға кәрәкле документтар, атрибуттар һәм электрон планшеттар тапшырылды. Быйылғы үҙенсәлекле халыҡ иҫәбен алыу компанияһында Кушнаренко районында барлығы ... иҫәп алыусы һәм ... контролер эшләйәсәк. Пандемия шарттарында санитар талаптарҙы үтәү төп ҡағиҙәләрҙең береһе. «Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү» порталында онлайн иҫәп алыу 8 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Ил тарихында 12-се тапҡыр үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы быйыл беренсе тапҡыр электрон форматта үтә. Уның тәүге һөҙөмтәләре киләһе йылдың ғинуар айында билдәле буласаҡ.