Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон — оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре хәҙер инде классик сәхнә әҫәрҙәре, Башҡортостан халҡы ғына түгел, донъя тамашасыһының күңелен яулаған спектаклдәр.. Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланған.
Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала
Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге бөгөн халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала