Бөгөн төбәк аҙыҡ-түлек брендтарының «Рәсәй тәмдәре» милли конкурсында тауыш биреү башланды.
20 октябрҙән 7 ноябргә тиклем һәр төбәк халҡы үҙенә оҡшаған өс брендты яҡлап тауыш бирә ала. Бының өсөн сайтҡа үтергә һәм исемлектән төбәкте менән бренд атамаһын һайларға кәрәк.
«Башҡортостан аҙыҡ-түлек брендтары иҫәпһеҙ күп, — тине БР хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Төбәктә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереп кенә ҡалмайҙар, ә тәмле һәм файҙалы ризыҡ та әҙерләйҙәр. Былтыр «Халыҡ тауышы» номинацияһында призды урындарға өлгәшә алманыҡ. Башҡорт балы еңеүенә бер нисә генә тауыш етмәне. Хәҙер уңышты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ине».
Әле ярышта республиканы 15 бренд таныта. Улар «Башҡорт өсмөйөшө», «Башҡорт талҡаны», «Башҡортостандан оҫталар шоколады», «Башҡорт соусы», «Башҡортостандан ҡаҡланған страус ите», «Башҡорт ҡымыҙы», «Башҡорт алкоголһеҙ балы», «Бөрйән солоҡ балы», «Федоровка ҡаҙы», «Оҙаҡ ваҡыт тотолған Башҡорт сыры», «Башҡорт сей килеш ҡаҡланған ҡаҙыһы», «Башҡорт ҡорото», «Башҡорт баллы сыры», «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы» һәм конкурстың былтырғы миҙгелендә «Бөтә илгә» номинацияһында бронза еңеүсеһе — «Башҡорт балы».
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте барыһын да республиканың яратҡан аҙыҡ-түлек брендтары өсөн тауыш бирергә өндәй.