Республикала һуңғы тәүлектә 36 886 кеше коронавирустан прививка яһатҡан. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда COVID-19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын яһатҡан кешеләрҙең һаны 1 479 634-кә еткән. Икенсе компонентты 1 274 766 кеше һалдырған. Төбәккә дөйөм алғанда 1 911 248 доза вакцина килтерелгән.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 20 октябргә яңы коронавируслы инфекция йоҡторғандар һаны 78 805 кеше, шуларҙың 668-ендә вирус барлығы һуңғы тәүлектә асыҡланған. Дауаханаларҙа табип ҡарамағында 1 033 кеше ҡала, уларҙың 652-е – 60 йәштән өлкән. 58 пациент ауыр хәлдә тип баһалана, яһалма һулыш ярҙамына 14 сирле мохтаж. Өйҙә 7 321 кеше дауалана, шул иҫәптә 5 241 кеше 60+ категорияһына ҡарай.
68 219 кеше һауығып сыҡҡан, шуларҙың 648-е һуңғы тәүлектә.
COVID-19-ҙан үткән тәүлектә 37 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башынан республиканың 2 232 кешеһе коронавирус ҡорбаны булған.