“Новости” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы ил президентының матбуғат секретары Песковтың: “Президент Путин әлегә ревакцинация үтмәне, ҡасан үтере тураһында хәбәр итербеҙ ”, тигән белдереүен килтерә.
ТАСС иһә Рәсәй президенты ҡабатлап вакцина яһатмаған. Табиптар уның кәрәк ти тапҡас та Владимир Путин прививка ҡаҙатасаҡ, тип Дмитрий Песковтың белдереүенә һылтанма яһай.
Дәүләт башлығының матбуғат-секретары үҙе лә әле прививка яһатмаған, сөнки антиматдәләрҙең юғары кимәленә эйә. Песковтың һүҙҙәренсә, ул “кимәлдең төшөүен” көтә.
Әлегә тиклем Кремль вәкиле “Путиндың ҡабаттан прививка яһатырында шик юҡ, Рәсәй лидерының антиматдәләр кимәле бик юғары күрһәткестә һаҡлана”, — тип белдергән.
Июнь аҙағында Рәсәй президенты «Спутник V» вакцинаһын ҡабул итеүе тураһында белдергәйне. Илдә COVID-19-ҙан күмәк вакцинация 2020 йылдың 18 декабренән иғлан ителде.