30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде

Тулыраҡ: 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде

Владимир Путин 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем илдә коронавируслы инфекцияға бәйле хәл сәбәпле ял көндәре иғлан итеү тураһындағы ҡарарҙы раҫланы. Рәсәй президенты Хөкүмәт тәҡдимен ыңғай ҡабул итте. Уның фекеренсә, вакцинация кимәле илдә түбән һәм ул коронавируслы инфекцияның киң таралыуына булышлыҡ итә. “Ял көндәрендә хеҙмәт хаҡы һаҡланырға тейеш”, —  тине президент.

Вице-премьер Татьяна Голикова ял көндәре тураһындағы тәҡдимде Владимир Путиндың хөкүмәт ағзалары менән ойошторған кәңәшмәһе барышында әйтеп ишеттерҙе.

«Эпидемиологик хәл ҡатмарлашыуға табан бара. Бер айҙан ашыу сирҙең тотороҡло үҫеше күҙәтелә, бөгөнгә коронавируслы инфекция асыҡланған осраҡтар һаны ил буйынса тәүлегенә 35 мең кешегә тиң, көнөнә 1 меңдән ашыу гражданды юғалтабыҙ», — тине Голикова.

Вице-премьер фекеренсә, Рәсәй төбәктәре күмәк сараларға һәм айырым объекттарға вакцинация тураһында QR-коды булғандарҙы һәм сир үткәреү тураһында белешмә эйәләрен генә үткәреү тураһында ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш.

Бынан тыш, Голикова прививка ҡаҙатмаған пенсионерҙар өсөн йорт режимын индерергә, вакцинация үтмәгән өлкән йәштәге хеҙмәткәрҙәре ваҡытлыса ситтән тороп эшләү тәртибенә күсерергә тәҡдим итә.

«Бөгөн эпидемияның яңы тулҡынын туҡтатырға кәрәк. Ошо уңайҙан килеп тыуған шарттарҙа тәҡдимдәрҙе ҡабул итәм, 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре булһын, тик хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һаҡланырға тейеш», — тип белдерҙе Владимир Путин.

Бынан тыш, президент төбәктәргә ковид менән көрәш өсөн өҫтәмә ял көндәрен билдәләү хоҡуғын бирҙе. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, мохтажлыҡ булғанда төбәктәр 23 октябрҙән үк ял көндәре иғлан итә ала,