Рәсәйҙә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан ителә

Тулыраҡ: Рәсәйҙә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан ителә

Владимир Путин 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем илдә коронавируслы инфекцияға бәйле хәл сәбәпле ял көндәре иғлан итеү тураһындағы ҡарарҙы раҫланы. Рәсәй президенты Хөкүмәт тәҡдимен ыңғай ҡабул итте. Уның фекеренсә, вакцинация кимәле илдә түбән һәм ул коронавируслы инфекцияның киң таралыуына булышлыҡ итә. “Ял көндәрендә хеҙмәт хаҡы һаҡланырға тейеш”, — тине президент.