Үткән тәүлектә Башҡортостанда мәкерле сирҙән тағы 37 кеше һәләк булған

Тулыраҡ: Үткән тәүлектә Башҡортостанда мәкерле сирҙән тағы 37 кеше һәләк булған

Ауырыуҙың яңы 668 осрағы теркәлгән. Меңдән ашыу кеше әле госпиталдәрҙә ята. Уларҙың 58-е ауыр хәлдә. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 78 мең 805 кеше яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыған, 2 мең 223-е һәләк булған. Республикала әле 1 миллион 500 мең самаһы кеше вакцинаның беренсе компонентын алған.