Республика башлығы тулы әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Уға ярашлы, 25 октябрҙән 18 йәштәр өлкәндәр вакцинация үтеү тураһында сертификат, һуңғы алты айҙа коронавирус менән ауырыу тураһында белешмә булғанда ваҡлап һатыу баҙарҙарына инә ала. 1 декабрҙән шифаханаларҙа, профилакторийҙарҙа, пансионат һәм ял йорттарында ла ошо уҡ документтарҙы күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Республика башлығы указы нигеҙендә ғәмәлгә ингән сикләүҙәр үтәлешен әле Өфөлә генә 200 патруль төркөмө тикшерә. Уларға көн һайын 400-ләп кеше йәлеп ителә.
Ковидҡа ҡаршы указ нисек үтәлә?
Тулыраҡ: Ковидҡа ҡаршы указ нисек үтәлә?