Өфө янындағы Аэропорт ҡасабаһында 1-се поликлиника һәм 2-се балалар поликлиникаһы филиалдарын асыу тантанаһы уҙҙы. Хәҙер медицина ярҙамы артынан урындағы халыҡҡа баш ҡалаға йөрөргә кәрәкмәй. Гөлсәсәк Ғүмәрова Аэропорт ҡасабаһында яңы эшләй башлаған поликлиникала тәүге пациенттарҙың береһе. Яңы медицина учреждениеһында терапевтҡа күренергә, шулай уҡ ошо уҡ урында коронавирустан вакцина эшләтергә мөмкин. Поликлиниканың ҡасабала урынлашыуы күп уңайлыҡтар тыуҙыра, сөнки бынан алда табипҡа мөрәжәғәт итер өсөн Өфөгө барырға кәрәк ине, ти пациент. Ҡасабала 600-н ашыу кеше йәшәй, шуға ла поликлиника мәсьәләһе күптәрҙе борсой ине. Бынан алда, урындағы халыҡ өсөн хатта укол яһатыу ҙа проблема булып һаналған. Ата-әсәләргә балаларҙы медицина процедураларына, белгескә күрһәтергә, ниндәй ҙә булһа белешмә алырға баш ҡалаға йөрөргә тура килгән. Хәҙер улар был мәсьәләләрҙе урында уҡ хәл итә ала. Табиптарға ла күпкә уңайлы. Аэропорт ҡасабаһында 2000-се йылдарҙа медицина учреждениеһы эшләп килә, ләкин ул санитар-эпидимиологик нормаларға яуап бирмәү сәбәпле, ябыла. Халыҡ мөрәжәғәте буйынса, быйыл март айында ҡасабала төҙөлөш эштәре башлана. Һөҙөмтәлә проект буйынса модулле бина-ололар һәм балалар поликлиникаһына нигеҙ һалына. Модулле бинаны төҙөргә “Өфө” халыҡ-ара аэропорты ярҙам иткән. Төҙөлөш эштәренән тыш, махсус ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙы ла үҙ иңенә алған. 1-се поликлиника һәм 2-се балалар поликлиникаһында шулай уҡ яҡында урынлашҡан Искинонан алып Чесноковка халҡы медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Балалар һәм ололар поликлиникаһының бергә урынлашыуы уңайлы, ти урындағы халыҡ. Учреждение бөтә талаптарға таянып төҙөлгән. Бында инвалидтар өсөн кереү урындары булдырылған, видеокамералар ҡуйылған. Нисәмә йыл көтөп алынған поликлиника пациенттарҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер.
Аэропорт ҡасабаһында яңы объекттар
Тулыраҡ: Аэропорт ҡасабаһында яңы объекттар