Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Быйылғы компания бик үҙенсәлекле, тип билдәләй белегестәр. 11 йыл элек үткәненән айырмалы рәүештә, яңынан миллтте билдәләгән графа индерелде. Шулай уҡ тәүге тапҡыр иҫәп алыуға үҙ аллы — Дәүләт хеҙмәте порталы аша яҙылырға мөмкин. Кампанияла ҡатнашҡан төрлө милләт халҡы менән Сәлимә Исламова танышты. Улар араһында «малагАсилар” ҙа бар. 3 йәшлек Джесиканың ритмды яҡшы тойоуы ҡайҙан тейһегеҙме? Атаһы Селестиндан, әлбиттә. Ул тыумышы менән Мадагаскарҙан. Халыҡ иҫәбен алыуҙа Рәсәй гражданины булараҡ тәүге тапҡыр ҡатнаша. Селестин Раэриндзатувуның әүҙем ғаиләһе иҫәп алыусыны өйҙә көтөп ултырырға мөмкинселеге юҡ, шуға ла “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша яҙылырға булған.Электрон биттә бер ниндәй милләттәр теҙмәһе юҡ. Уны һәр кем үҙе яҙырға тейеш.Атаһы Мадагаскар утрауының төп халҡы вәкиле, ә әсәһе татар икән баланың милләте кем? Был һорауға ғаилә башлығы үҙенә генә хас шаянлыҡ менән, әммә ҡәтғи фекерен яңғыратты.Иҫәп алыу битен тултырғас, шул көндә үк мөһим ғәмәлде башҡарыу тураһындағы мәҡлүмәтте һәм QR -кодты Дәүләт хеҙмәте порталы почтаһында табырға була. Әммә иҫәп алыусы һеҙгә барыбыр киләсәк. Артур Зәйнуллин уҡыуҙар үтеп бөгөн тәүге тапҡыр йорттар буйлап йөрөп мәғлүмәт тупларға сыҡҡан. Махсус күкрәксә, шарф һәм күк портфелле иҫәпселәрҙе йыраҡтан уҡ танырға мәмкин. Медицина университетының 3-сө курс студенты, буласаҡ табип-эпидемиолог Артур, ирекмәнлек менән күптән шөғөлләнә, ә был юлы иҫәпсе булараҡ. Күп балалы тажик ғаиләһендә килгән ҡунаҡҡа хөрмәт күрһәтеү зарур. Артурҙы һый менән тулы өҫтәлгә лә саҡырҙы ғаилә башлығы. Әммә иҫәпсенең ваҡыты тығыҙ. Билдәләнгән ай эсендә бер хеҙмәткәр 750 кеше менән аралашып, яҙып алып өлгөрөргә тейеш.Иҫәп алыусы хужаларҙан бер ниндәй документ һорамай, уларҙың әйткәненән генә яҙа. Ҡағыҙ биттәре урынына иҫәпсенең ҡулында планшет. Был эште еңеләйтә, әлбиттә. Уларҙың эш көнө иртәнге 8—ҙән киске 10-ға тиклем.Шулай булғас беҙ журналистар, бәлки Артурға ҡай саҡ аштан баш тартмау урынлы ла булыр ине, тигән фекергә килдек.Кемдер мәғлүмәтле түгел, кемделер өгөтләргә тура килә. Әммә иҫәп алыусы барыбер көн һайын тәғәйен адрестар буйлап йөрөргә, яҙырға, аңлатырға тейеш. Халыҡ иҫәбен алыу ун йылға бер тапҡыр үткәрелә. Уның нигеҙендә демографик үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотоп оҙайлы дәүләт программалары эшләнә һәм уларға төҙәтмәләр индерелә. Тап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса федераль һәм урындағы ҡаҙнаның сығымдары күҙаллана.
Малагасилар башҡортостанға ҡайҙан килгән?
Тулыраҡ: Малагасилар башҡортостанға ҡайҙан килгән?