Республикала йыл башынан 20-нән ашыу йыйын ойошторолған. Туймазы ҡалаһында үткән ҡорҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Башинформ агентлығында съезд һөҙөмтәһе буйынса үткән матбуғат конференцияһында киләсәктә ырыуҙар йыйынын ойоштороу матур йолаға әйләнәсәк тип белдерелде. Туймазы ҡалаһында башҡорт ырыуҙары съезы Табын, Юрматы, Ғәйнә, Балыҡсы, Уран, Ҡаңлы, Йылан һәм Ҡырғыҙ ырыуҙары башҡорттарын бергә йыйҙы.Етди мәсьәләләргә ҡоролаған түңәрәк өҫтәлдәр, эшлекле сессияларҙан тыш, башҡорт ырыуҙары күргәҙмәләре, сәхнәләштерелгән сағыу тамашалар, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы йыйын. Башҡорт уйындары ырыу- ара бәйгеһе ҡорҙоң төп үҙенсәлеге булды.Башкорт ырыуҙары йыйыны һөҙөмтәһе буйынса үткән матбуғат конференцияһында бындай саралар бик мөһим һәм артабан мотлаҡ үткәрелергә тейеш, тип билдәләнде. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте әлеге ваҡытта үҫеш кисерә. Әммә башҡарылған эштәр бихисап. Башҡорт ырыуҙарының картаһы төҙөлдө, һәр ырыуҙың үҙ гимны һәм гербы булдырылды, китаптар баҫтырылды, фильмдар төшөрөлә. Ә иң мөһиме, һәр кемдең уҙ ырыуы менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы арта. Ырыуҙарҙы берләштергән бындай ҡорҙар Башҡорт тарихы йылы менән генә сикләнмәй матур йолаға әйләнәсәк, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.
Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте яңы һулыш кисерә
Тулыраҡ: Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте яңы һулыш кисерә