Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылында күп функциялы мәҙәниәт үҙәге эш башланы. Уны асыу тантанаһында Республика Башлығы ҡатнашты. Радий Хәбиров шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ағас ултыртты һәм ауыл мәктәбен ҡарап сыҡты.Ҡараяр халҡы өсөн яңы мәҙәниәт усағы оло бүләк. Сөнки, 1961 йылда төҙөлгән иҫке бина авария хәлендә була. Ике йыл эсендә уның урынында яңыһын төҙөгәндәр. “Башнефть” компанияһы был маҡсатҡа 64 миллион һумға яҡын аҡса бүлгән. Радий Хәбиров тантаналы саранан һуң Мәҙәниәт үҙәге янында аллея ултыртыуҙа ҡатнашты. Ҡараяр халҡы Башҡортостан Башлығына борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт итте. Көн ҡаҙағындағы мәсьәләләрҙең береһе – урындағы мәктәпкә ремонт талап ителә. Республика прогрмаммаһы буйынса 2023 йылға белем усағына капиталь ремонт башҡарыласаҡ.
Ҡариҙелдә яңы объекттар
Тулыраҡ: Ҡариҙелдә яңы объекттар