Башҡортостан парламенты рәйесенең урынбаҫары итеп Тамара Танһыҡҡужина һайланды.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында парламент рәйесе урынбаҫары вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биреү ойошторолдо. Күпселек тауыш менән мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина һайланды.
Әлегә тиклем уның кандидатураһын “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе яҡлап сыҡҡайны. Вице-спикер вазифаһына шулай уҡ КПРФ фракцияһы тәҡдим иткән Лия Хафизова менән ЛДПР-ҙан Дмитрий Иванов дәғүә итте.
“Тамара Танһыҡҡужина республика парламентына сентябрҙә үткән һайлау йомғаҡтары буйынса килде һәм депутат эшенә шунда уҡ әүҙем тотондо”, — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе. “Башҡортостан халҡы Тамара Михайловнаны юғары спорт ҡаҙаныштары ла, республиканың Йәмәғәт палатаһының өс составында алып барған әүҙем эшмәкәрлеге лә, ҡыҙыҡлы социаль проекттары ла аша яҡшы белә. Тамара Танһыҡҡужина үҙенең тырышлығы, ныҡышмаллығы, алсаҡлығы һәм стрессҡа ҡаршы тороу һәләттәре менән ҙур уңыштарға өлгәшкән кеше. Тап ошо һыҙаттары һәм юғары һөнәри һәләттәре уға яңы вазифала – депутат һәм парламент рәйесе урынбаҫары булараҡ — мөмкинлектәрен бойомға ашырырға ярҙам итәсәк,” – тине Константин Толкачев.
Әлегә тиклем вице-спикер вазифаһын Эльвира Айытҡолова башҡарҙы. Хәҙер Эльвира Айытҡолова Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланды һәм Башҡортостан мәнфәғәттәрен Рәсәй Федераль Йыйылышының түбәнге палатаһында яҡлай.