Төбәк оперштабы республикала 30 октябрҙән 7 ноябрҙәге ял көндәренә өҫтәп ял ҡаралмай, тип белдерҙе.
20 октябрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров төбәк биләмәһендә коронавируслы инфекцияны таратмау маҡсатында ойошторолған оператив штаб ултырышын уҙғарҙы. Көн тәртибендә ковидтан вакциналау темпын тиҙләтеү һәм 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәрен индереү мәсьәләләре ҡаралды.
Вице-премьер – БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала COVID-19 менән хәл ҡатмарлы булһа ла тотороҡло. Вакциналау темпы яйлап арта, уның буйынса Башҡортостан илдә алдынғы биш төбәк араһына ингән. Һуңғы тәүлектә 36 886 кеше прививка яһатҡан, уның 22 561-е – беренсе компонентҡа тура килә. Ғөмүмән, республикала беренсе компонентты 1 479 634 кеше ҡабул иткән, вакцинацияны 1 274 766 кеше тамамлаған. 20 октябргә сир йоҡторғандар һаны 78 805, тәүлек эсендә 668 яңы осраҡ теркәлгән.
Оперштаб ултырышында БР Башлығы Радий Хәбиров указы менән вакцина яһатмаған граждандарға ҡарата индерелгән сикләү сараларын тормошҡа ашырыу хаҡында ла һүҙ барҙы.
65 йәштән ололарға адреслы ярҙамды көсәйтеү маҡсатында 21 октябрҙән социаль хеҙмәткәрҙәр өй һайын йөрөп сығырға йыйына. Улар һаулыҡ торошо һәм мохтажлыҡ кимәлен белешергә ниәтләй.