Башҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре техникаһының ҡыш миҙгеленә әҙерлеген тикшереү смотры башланды.
Йыл да ойошторолған был тикшереү Өфө биҫтәләренең барлыҡ коммуналь һәм торлаҡ майҙансыҡтарында уҙа. Комиссия составына муниципалитеттың профилле структуралары, Дәүләт техник күҙәтеүе һәм Дәүләт автоинспекцияһы вәкилдәре ингән.
Өфө хакимиәтенән белдереүҙәренсә, махсус техниканың йыһазланыуы һәм водителдәрҙең әҙерлеге тикшерелә. Атап әйткәндә, хәрәкәт системаһы, яҡтылыҡ приборҙары, тағылма техника фиксаторҙары, тормоз системалары төҙөклөгө, теркәлеү документтары һәм аптечка барлығы ҡарала. Асыҡланған етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөлә.
Көнэлгәре баһалау буйынса бөтә предприятиелар ҙа әҙерлеккә етди ҡараған, ҙур комплекслы эш башҡарған.
Тикшереүҙә бер юлы авариялы хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн ҡулланылған махсус ҡулайламалар ҙа күрһәтелә. Дежур-диспетчер хеҙмәттәренең әҙерлеге лә баһалана.